15:24
Бөгөн “Урал батыр” эпосын башҡарыусы район йәш сәсәндәр конкурсы үтте

Бөгөн, 5 апрель Иҫке Собханғол урта мәктәбендә сәсәндәр мәктәбен үҫтереүҙе, халҡыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе, һәләтле балаларға ярҙам итеүҙе күҙ уңында тотҡан тәрән йөкмәткеле “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр район конкурсы үтте. Конкурс 2 турҙа үтте:  I турҙа уҡыусылар «Урал батыр» эпосын яттан һөйләһә, II турҙа мәктәп командалары халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижади өлгөһө булған эпос-ҡобайырҙарҙан өҙөктәрҙе сәхнәләштереп күрһәтте. Район конкурсында 43 уҡыусы һәм 8 команда сығыш яһаны.
    Халҡыбыҙҙың рухи мираҫы булған мәшһүр «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү – район конкурсының төп шарттарының береһе. Йәш сәсәндәр был һынауҙы бик уңышлы үтте. Улар жюри ағзалары һәм иптәштәре алдында сығыш яһап, оҫталыҡтарын күрһәтә алды. Уҡыусылар эпостарҙан өҙөктәр сәхнәләштергән саҡта ла һәләттәрен бар яҡлап асып бирҙе. Бигерәк тә Иҫке Монасип, Иҫке Собханғол, Әбделмәмбәт Килдеғол, Яңы Мөсәт  мәктәптәренән конкурсанттар юғары юғары әҙерлекле булыуҙарын күрһәтте.

Күберәк фотолар альбомда https://vk.com/album-86756460_262111176


  

Просмотров: 690 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]