09:27
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың йомғаҡлау этабы

              Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың йомғаҡлау этабы үтте. 37-се тапҡыр ойошторолған күләмле бәйгелә беҙҙең райондан 17 уҡыусы һынау тотто. Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы, Байназар мәктәбенең 9 һәм 10 класс уҡыусылары, Брәтәк мәктәбенең 9 класс уҡыусыһы призлы урын алыуға өлгәште, ә инде Байназар һәм Әбделмәмбәт мәктәбенең  9,10 класс уҡыусылары махсус призға лайыҡ булдылар. Афарин, уҡыусылар, яңынан-яңы үрҙәр һеҙгә! Уларҙы ошо мәртәбәле конкурсҡа әҙерләгән уҡытыусыларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!

 

Просмотров: 226 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]