12:43
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада

Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе башҡорт республика гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада тамамланды.
Күләмле бәйгелә беҙҙең райондан 14 уҡыусы һынау тотто һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы Мырҙағолов Илтимер (етәксеһе Сәғитова Резеда Ғәйзулла ҡыҙы) олимпиаданың еңеүсеһе булып танылды. Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 9 класс уҡыусылары Арыҫланғужина Рузалина, Әхмәтова Айлина (етәксеһе Нурутҡолова Лилиә Салауат ҡыҙы); Иҫке Собханғол урта мәктәбенең Байғаҙы филиалының 9 класс уҡыусыһы Хәсәнов Нурислам (етәксеһе Иҫәнбаева Зилә Кинйәбай ҡыҙы); Байназар урта мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы Салауатова Асия (етәксеһе Баязитова Рәсимә Рауил ҡыҙы) призерҙар исеменә лайыҡ булдылар.
Беҙ һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Афарин, уҡыусылар, яңынан-яңы үрҙәр һеҙгә! Уҡыусыларҙы мәртәбәле конкурсҡа әҙерләгән уҡытыусыларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!

Просмотров: 185 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]