13:03
«Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVI төбәк-ара конкурсының зональ этабы

21 май көнө Белорет ҡалаһында «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVI төбәк-ара конкурсының зональ этабы үтте. Бәйгелә Республикабыҙҙың 10 районынан уҡыусылар көс һынашты.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Урал батыр эпосын яңғыҙ башҡарыусылар» номинацияһында Иҫке Монасип ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Хәлитов Рәдиф (етәксеһе: Хәйруллина Флүрә Мозафар ҡыҙы) II урын, Яңы Собханғол ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 3 класс уҡыусыһы Ҡарағолова Ильяна (етәксеһе: Ҡарағолова Альбина Йомағол ҡыҙы) I урын, Аҫҡар ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы Ғиззәтулина Илзидә (етәксеһе: Мырҙабулатова Гөлнур Әйүп ҡыҙы) I урын яуланылар.

«Урал батыр эпосын һәм башҡа эпик әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү» номинацияһында Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең «Тарпандар» фольклор коллективы (етәксеһе: Кинйәбулатова Фирүзә Фәрит ҡыҙы) II урынға лайыҡ булды.

 Мырҙағолов Илтимер "Иң яҡшы ир-егет образы" номинацияһында, Хәкимов Алик "Иң яҡшы костюмлаштырылған образ" номинацияһында еңеү яуланылар.

Бөрйән районы данын яҡлап сығыш яһаған уҡыусыларға, уларҙың етәкселәренә, ата-әсәләренә артабан да уңыштар юлдаш булһын!

 

Просмотров: 111 | Добавил: РОО | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]