13:03 «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVI төбәк-ара конкурсының зональ этабы | |
21 май көнө Белорет ҡалаһында «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVI төбәк-ара конкурсының зональ этабы үтте. Бәйгелә Республикабыҙҙың 10 районынан уҡыусылар көс һынашты. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Урал батыр эпосын яңғыҙ башҡарыусылар» номинацияһында Иҫке Монасип ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Хәлитов Рәдиф (етәксеһе: Хәйруллина Флүрә Мозафар ҡыҙы) II урын, Яңы Собханғол ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 3 класс уҡыусыһы Ҡарағолова Ильяна (етәксеһе: Ҡарағолова Альбина Йомағол ҡыҙы) I урын, Аҫҡар ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы Ғиззәтулина Илзидә (етәксеһе: Мырҙабулатова Гөлнур Әйүп ҡыҙы) I урын яуланылар. «Урал батыр эпосын һәм башҡа эпик әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү» номинацияһында Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең «Тарпандар» фольклор коллективы (етәксеһе: Кинйәбулатова Фирүзә Фәрит ҡыҙы) II урынға лайыҡ булды. Мырҙағолов Илтимер "Иң яҡшы ир-егет образы" номинацияһында, Хәкимов Алик "Иң яҡшы костюмлаштырылған образ" номинацияһында еңеү яуланылар. Бөрйән районы данын яҡлап сығыш яһаған уҡыусыларға, уларҙың етәкселәренә, ата-әсәләренә артабан да уңыштар юлдаш булһын!
| |
|
| |
| Всего комментариев: 0 | |






