“Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам” девизы аҫтында халыҡ – ара диктант

18.05.2019
Автор: РОО
Комментарии: 0
Просмотров: 804

18 майҙа райондың 22 мәктәбендә “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам” девизы аҫтында халыҡ – ара диктант яҙыу ойошторолдо. Диктант – телебеҙҙең мәртәбәһен, бәҫен күтәреүҙә, хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыуҙа һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Был сарала үҙ теленә, тарихына, моңона битараф булмаған рухлы  1646 кеше ҡатнашты.