12:39
11 декабрь Өфөнөң Конгресс холл бинаһында башҡорт теле көнөнә арналған оло йыйын үтте

11 декабрь Өфөнөң Конгресс холл бинаһында башҡорт теле көнөнә арналған оло йыйын үтте. Сараға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған әкиәттәр, иншалар, тәржемәләр, видеороликтар конкурстары еңеүселәре, олимпиадаларҙа еңеү яулаған уҡыусылар саҡырылғайны.

Бөрйән районынан да башҡорт теле буйынса үткәрелгән республика олимпиадаһында, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыусы, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүсе, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан башҡорт теле көнөнә ҡарата үткәрелгән “Һаумы, һаумы, әкиәт”, “Социаль видеороликтар, плакаттар” конкурсында еңеүсе 8 уҡыусыға рухлы башҡорт йыйынында ҡатнашыу бәхете татыны.

Халҡым, телем тип янған балалар өсөн ойоштороусылар бик үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс программа әҙерләгән. Балалар викторина һорауҙарына яуап бирҙе, интерактив уйындарҙа ҡатнашты, төрлө конкурстарҙа үҙ көсөн һынап ҡараны, балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар ойошторолдо.

Өфөлә үткән башҡорт теле байрамы ысын мәғәнәһендә рух һәм күңел байрамына әйләнде, сөнки был йыйын телем, халҡым тип янған төрлө быуын фекерҙәштәрен бергә тупланы.

Бар донъяһын онотоп әкиәт һөйләгән балаларға тыныс ҡына ҡарап булмай. Кескәйҙәрҙең һәр һүҙе күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртә, йөрәккә үтеп инә. Был конкурсҡа республиканың төрлө төбәктәренән 500-ләп эш ҡабул ителә, әммә ярыш булғас еңеүселәр ҙә бар. Иң шәп әкиәтселәр Сибайҙа йәшәй, был конкурста еңеүселәрҙең күбеһе ошо ҡаланан.

     Гөлшат Хәсәева, Сибай ҡалаһының "Ҡурай" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе: “Әкиәт һөйләргә өйрәтеүе ауыр булманы. Ул үҙенә тура килеп тора”.

     Розалиә Яхина, Зөлфиәнең әсәһе: “Бәләкәй саҡтан ҡыҙыбыҙҙы әкиәт һөйләп үҫтерҙек. Бер уҡыуҙан отоп ала. Нисек ишетә, шулай һөйләй”.

     "Илен һөймәҫ кенә, телен һөймәҫ" иншалар конкурсында иһә беренсе урындарҙы Баймаҡ уҡыусылары яулаған, уларҙың эштәре халыҡсанлығы, һутлы теле менән айырылып тора. Ошондай уҡ сифаттар тәржемә конкурсында ла талап ителә. Художестволы тәржемә ярышы өлкәндәр һәм балалар араһында бара.

     Иң шәп башҡорт теле уҡытыусыһы" видеороликтар конкурсы үҙ эшенең оҫтаһы булған, уҡыусыларҙа телгә һөйөү тәрбиәләгән педагогтарҙы асыҡларға булышлыҡ итә. Социаль плакаттар буйынса ярышта балалар башҡорт телен пропагандалауға арналған бай йөкмәткеле материалдар әҙерләй, улар уҡыусыларҙың туған теленә, еренә һөйөүе менән һуғарылған.

Халҡым, телем тип янған балалар өсөн ойоштороусылар бик үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс программа әҙерләгән. Балалар викторина һорауҙарына яуап бирҙе, интерактив уйындарҙа ҡатнашты, төрлө конкурстарҙа үҙ көсөн һынап ҡараны.

     Данир Ғәйнуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе: “Балаларға туған телебеҙгә һөйөү һала алһаҡ, телебеҙ һаҡланасаҡ. Сөнки улар был һөйөүҙе үҙ балаларына тапшырасаҡ”.

     Өфөлә үткән башҡорт теле байрамы ысын мәғәнәһендә рух һәм күңел байрамына әйләнде, сөнки был йыйын телем, халҡым тип янған төрлө быуын фекерҙәштәрен бергә тупланы.

    14 декабрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында башҡорт теле көнө уҙа. Был көндө эфирға балалар һәм өлкәндәр өсөн башҡорт телендә әҙерләнгән тапшырыуҙар сыға, телемарафон ойошторола.

Материалдар алынды: Bash.News. Яңылыҡтар

 

Просмотров: 750 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]