14:31
Бөгөн “Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр” район конкурсы үтте

Бөгөн, 21 февраль көнө Иҫке Собханғол урта мәктәбендә “Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр” район конкурсы үткәрелде. Бөгөнгө күркәм сарала ысын мәғәнәһендә иле, теле өсөн йөрәген бирергә әҙер тороусы бай күңелле, киң ҡарашлы, рухлы, телһөйәр, илһөйәр, эшһөйәр 20 уҡыусы көсөн һынаны. Көсөргәнешле бәйгелә Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы еңеү яуланы. 
Йәш быуыныбыҙ күңелендә телгә, илгә һөйөү йәшәүен, илебеҙ киләсәге өмөтлө һәм яҡты буласағын конкурс тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Конкурсанттарҙың барыһына ла хеҙмәт дәрте, ижади ҡомар, уҡыуҙарында уңыштар, күңелдәрендә йөрөгән еңеү осҡононоң ялҡын булып дөрләп яныуын теләйбеҙ.

 

 

Просмотров: 813 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]