07:03
“Бөрйән энциклопедиһы” фәнни-популяр баҫмаһының исем туйы

Районыбыҙ тарихында иҫтәлекле ваҡиға – быйыл тәүге тапҡыр “Бөрйән энциклопедияһы” фәнни-популяр баҫмаһы – районыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, социаль һәм иҡтисади тормошон үҙ эсенә алған ҡиммәтле китап донъя күрҙе. 12 май көнө Иҫке Монасип мәктәбендә ошо фәнни-баҫманың исем туйы уҙғарылды. Был сараға Бөрйән районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Вәлиева Венера Фәрит ҡыҙы, район мәғариф бүлеге етәксеһе Сәйфитдинов Илшат Ғаяз улы һәм  энциклопедияны сығарыуҙа ҙур һәм тос өлөш индергән педагогтар саҡырылды. Улар район хакимиәтенең Рәхмәт хаты һәм яңы китап менән бүләкләнделәр.

Сара бик матур һәм әһәмиәтле үтте.

       

Просмотров: 161 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]