13:18
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу сифатын күтәреүҙең мөһим мәсьәләләре"темаһына арналған район конференцияһы

10-12 апрель көндәрендә Өфөлә үтәсәк  I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезына делегаттар һайлау һәм съезд программаһына тәҡдимдәр индереү маҡсатында 28 март көнө Иҫке Собханғол мәктәбенең тамаша залында   “Федераль дәүләт белем биреү шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу сифатын күтәреүҙең мөһим мәсьәләләре”  темаһына  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының  район конференцияһы үтте.

Был эшлекле сарала мәғариф ветерандары, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары: Зәйтүнә Мазһар ҡыҙы Фәтхетдинова, Эльмира Фәхретдин ҡыҙы Әминева, бөгөнгө көндә лә Байназар мәктәбендә уңышлы эшләүсе Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙы Ҡарағолова, Фәнүзә Фәсхетдин ҡыҙы Баймырҙина, Рәсәй Федерацияһы мәғариф алдынғыһы Рәхимә Фәтхетдин ҡыҙы Муллағолова, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғылары Рәйлә Ғәзизйән ҡыҙы Баязитова һәм Таңһылыу Әғзәм ҡыҙы Кинйәбаева, мәктәп етәкселәре, балалар баҡсаһы мөдирҙәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, Википедия эше буйынса  ҙур эштәр башҡарыусы ихтирамлы  әүҙем райондаш ағинәйҙәребеҙ – район ағинәйҙәр ҡоро рәисе Рәшиҙә Хәй ҡыҙы Ғиззәтуллина, Луиза Әбүталип ҡыҙы Юлдашева , Нәсимә Әхмәҙиә ҡыҙы Науразбаева, Көнһылыу Зәки ҡыҙы Ҡотлобаевалар ҡатнашты. 

Конференцияла “Бөрйән районы белем биреү ойошмаларында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу торошо. 2019-2020  уҡыу йылына ҡуйылған маҡсаттар” темаһына  методист Гөлназ Дамир ҡыҙы Мөхәмәдйәрова, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары район методик берекмәһенең эшмәкәрлеге” тураһында берекмә етәксеһе Резеда Ғәйзулла ҡыҙы Сәғитова, “Балалар баҡсаһында туған телдә белем биреүҙең өҫтөнлөктәре” темаһына тәрбиәсе Айгөл Ураз ҡыҙы Вәлиева сығыш яһаны.  Артабан 10-12 апрель көндәрендә Өфөлә үтәсәк  I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында Бөрйән районынан ҡатнашасаҡ делегаттар һайланды, резолюция ҡабул ителде.

Төшкө аштан һуң башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары район методик берекмә ултырышына йыйылып, оҫталыҡ дәрестәре ҡараны, тәжрибә уртаҡлашты,фекер алышты, киләсәккә пландар ҡорҙо.

 

Просмотров: 819 | Добавил: РОО | Рейтинг: 3.7/3
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]