07:26
Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы

            “Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” конкурсы һәм уның менән бер рәттән “Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте. Балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренең эшендә инновацион алымдар ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, уларҙы таратыу, белемен камиллаштырыу, таланттарҙы асыу, педагог һөнәренең абруйын арттырыу һәм киләсәктә уңышлы эшмәкәрлеккә дәртләндереү маҡсатында үткәрелгән конкурста беҙҙең район педагогтары ла лайыҡлы сығыш яһанылар. 1-се һанлы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе ВәливаАйгөл Ураз ҡыҙы "Милли мәҙәниәтте һаҡлаған өсөн" номинацияһы еңеүсеһе, Мәһәҙей филиалының мәктәпкәсә төркөмө  тәрбиәсеһе Ишемова Әлфиә Басир ҡыҙы лауреат исеме алып ҡайттылар.

             Педагогтарҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Эштәрендә яңынан-яңы үрҙәр, ижади ынтылыш, уңыштар теләйбеҙ.

 

Просмотров: 438 | Добавил: РОО | Рейтинг: 3.0/1
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]