12:53
«Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының йыл педагогы»

Быйыл «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының йыл педагогы» һәм уның сиктәрендә ойошторолған «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» республика профессиональ бәйгеләрендә Иҫке Собханғол 2-се һанлы башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе  Хисмәтуллина Лилиә Кәрим ҡыҙы һәм Яңы Усман мәктәпкәсә белем биреү төркөмө тәрбиәсеһе Ҡаһарманова Рузалия Фәйзулла ҡыҙы ҡатнаштылар. Февраль башынан алып дауам иткән сәмле бәйгелә педагогтарыбыҙ һынатманы, икеһе лә махсус призға лайыҡ булдылар. Уларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Яулайһы үрҙәрегеҙ күп булһын, ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен-һүрелмәһен!

 

         

 

Просмотров: 209 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]