14:48
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына уҙғарылған йәш ижадсылар республика конкурсы

      Бөгөн Сибай гимназия-интернатында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова призына уҙғарылған йәш ижадсылар республика конкурсы үтте. Мәртәбәле бәйгелә беҙҙең уҡыусыларыбыҙ һынатманы: журналистика секцияһында Байназар урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Буранбаева Зилиә һәм поэзия секцияһында Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Биргәнова Гөлназ еңеү яуланы.

       Йәш ижадсыларҙы һәм уларҙың етәкселәрен оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм уларға киләсәктә лә яңынан-яңы үрҙәр, оло еңеүҙәр юлдаш булыуын теләйбеҙ!

                                         

Просмотров: 880 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]