07:32
Педагог һәм остаз йылы сиктәрендә тантаналы сара һәм “Йыл уҡытыусыһы-2023” бәйгеһенә йомғаҡ яһалды

Уҡытыусы һөнәренә иғтибар йүнәлтеү, педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең, шул иҫәптән остазлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыусыларҙың статусын таныу маҡсатында илебеҙ Президенты 2023 йылды Педагог һәм остаз йылы тип иғлан итте. Был иһә, беҙҙең йәмғиәттә уҡытыусы хеҙмәтенең мөһимлеге, уның бөйөк роле һәм педагогтарҙың кәрәклеге хаҡында тураһында һөйләй.

Бөгөн беҙ Уҡытыусы һәм остаз йылына старт бирәбеҙ. Ошоға бәйле, педагогик хеҙмәткә танылыу һәм ихтирамды һаҡлап ҡалыу мөһимлегенән сығып, 2 февраль көнө Иҫке Собханғол мәктәбе базаһында оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә лайыҡлы эшләгән, бөгөн хаҡлы ялдағы өлкән йәштәге мәктәп етәкселәре тәбрикләнде. Киләсәгебеҙ хаҡына көндәлек тырыш хеҙмәте, район мәғариф үҫешенә индергән тос өлөшө, белем һәм оҫталыҡтары менән уртаҡлашҡандары өсөн ветерандарыбыҙ район мәғариф бүлегенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Артабан, уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә үткәрелгән мәртәбәле, ер йөҙөндә иң ихтирамлы кешеләрҙең профессиональ конкурсы - “Йыл уҡытыусыһы-2023” бәйгеһенә тантаналы шарттарҙа йомғаҡ яһалды. Был бәйге күп йылдар үткәрелһә лә, үҙенең актуаллеген юғалтмай. Ғөмүмән, педагогтарҙың үҙ һөнәренең дәрәжәһен күтәреүсе абруйлы конкурста ҡатнашыуҙары – үҙе үк ҙур мәртәбә. Конкурста иң лайыҡлы, иң дәртле, актив, сәмле һәм рухлы 11 уҡытыусы ҡатнашты. Үҙ мәктәбенең, коллективының ышанысын аҡлау бурысы  быйыл уларҙың иңенә төштө. 23 ғинуарҙан 31 ғинуарға тиклем дауам иткән бәйгелә, һөҙөмтәләр буйынса:

- Сафина Сәғилә Айса ҡыҙы, Зәһиҙуллина Әлиә Рәшит ҡыҙы, Мырҙагилдина Нурзилә Ғәзинур ҡыҙы - актив ҡатнашыусылар, Яҙағолова Миңлегөл Таһир ҡыҙы - “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһы еңеүсеһе, Денисламова Ильмира Илфат ҡыҙы - “Педагогик өмөт” номинацияһы еңеүселәре булдылар,

- Хисмәтуллина Земфира Рәфҡәт ҡыҙы һәм Теләүбаева Әлиә Ривал ҡыҙы - 3 урын, Күлбаева Таңсулпан Ибраһим ҡыҙы һәм Муллағолова Нәркәс Сынбулат ҡыҙы - 2 урын, Ғалина Розалия Тәлғәт ҡыҙы - 1 урын алыуға өлгәштеләр, ә инде бәйгенең төп еңеүсеһе Аҙанғолова Гөлсөм Салауат ҡыҙына Гран-при тапшырылды.

Барлыҡ конкурсанттар ҙа мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙы һәм сертификаттар менән бүләкләнде. Еңеүселәр һәм конкурста ҡатнашҡан, үҙ һөнәрен ихлас күңелдән яратҡан уҡытыусылар хөрмәтенә йыр-моңдар яңғыраны.

 

Просмотров: 377 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]