07:33
Тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә учреждение хеҙмәткәрҙәре көнө

Хөрмәтле тәрбиәселәр, мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре һәм педагогик хеҙмәт ветерандары, Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Минеңсә балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе яратҡан, күңел йылыһын биргән, уларҙы хәстәрлек менән солғаған, эшен бөтә күңелен һалып башҡарған кешеләр эшләй. Һеҙҙең һөнәри оҫталылығыҙ, йомарт күңелегеҙ һәм һайлаған эшегеҙгә тоғролоғоғоҙ һоҡландыра.
Еңел булмаған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр, сабырлыҡ, теләйем. Кескәйҙәрегеҙ һау-сәләмәт булһын, уңыштары менән йыш һөйөндөрһөн! Барығыҙға ла ғаилә именлеге, күңел тыныслығы, үҙегеҙ тәрбиә биргән балаларҙың, уларҙың атай-әсәйҙәренең һәм тирә-йүндәгеләрҙең оло хөрмәтен тойоп йәшәргә һәм эшләргә насип булһын!

Ҡотлау менән мәғариф бүлеге етәксеһе И.Ғ. Сәйфитдинов

Просмотров: 150 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]