14:24
14 декабрь – Башҡорт теле көнө!

      14 декабрь – Башҡорт теле көнө! Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Был көн, 2015 йылдан башлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән билдәләнә, рәсми рәүештә 2019 йылдан үткәрелә.

Бөгөн көн дауамында мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, мәктәпкәсә төркөмдәрҙә, өҫтәлмә белем биреү учрежденияларында төрлө саралар үткәрелә: онлайн һәм офлайн форматтарҙа башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән интернет-флешмоб, викториналар, күргәҙмәләр, лекциялар, асыҡ дәрестәр үткәрелә, йылға йомғаҡ яһала. Башҡорт теле көнөнә арналған сараларҙа райондың барлыҡ белем биреү учреждениелары ҡатнаша.

Просмотров: 235 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]