Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемдәр менән бүләкләне

15.04.2019
Автор: РОО
Комментарии: 0
Просмотров: 544

Өфөлә I Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында бер төркөм уҡытыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров ҡотланы һәм уларға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемдәр бирелеүе тураһында танытма тапшырҙы. Шулар араһында Бөрйән районы Байназар урта белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәлихова Рәсимә Рауил ҡыҙының да булыуы беҙҙе ҡыуандырҙы. Ҡотлайбыҙ, эшендә артабан да уңыштар теләйбеҙ!