9 Май - Бөйөк Еңеү көнө менән!

08.05.2019
Автор: РОО
Комментарии: 0
Просмотров: 1037

Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Ҡәҙерле райондаштар!

Ихлас күңелдән һеҙҙе бөйөк байрам – Еңеү көнө менән ҡотлайбыҙ! Йәмле май айында беҙ ил һағына баҫҡан, яу ҡырында ла, тылда ла үҙ-үҙен аямай көрәшкән ватандаштарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Тыуған республикабыҙ халҡының Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн һоҡланғыс һәм фиҙаҡәр тырышлығы, ил улдарының үлемһеҙ батырлығы бер ҡасан да онотолмай. Еңеүсе һалдат һәм тыл хеҙмәтсәндәре бөтә ил халҡы өсөн рухи көс, бөткөһөҙ ғорурлыҡ һәм патриотизм сығанағы булып хеҙмәт итә. Был көндәрҙә ихлас рәхмәт һәм хөрмәт һүҙҙәре һеҙҙең өсөн яңғырай, ҡәҙерле ветерандар! Һеҙ Тыуған илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғон яҡланығыҙ, донъяны фашизмдан азат иттегеҙ, илдең ҡеүәтен ҡайтарҙығыҙ һәм нығыттығыҙ, тыныс көндәрҙә лайыҡлы хеҙмәт иттегеҙ һәм бына инде күп йылдар өлгө булып, балаларҙы, ейән-ейәнсәрҙәрҙе яңы ҡаҙаныштарға дәртләндерәһегеҙ. Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек һәм изгелектәр теләйбеҙ! Еңеү көнө менән!