Сығарылыш-2021
Тағы ла бер уҡыу йылы артта ҡалды һәм һәр сығарылыш уҡыусыһы алдында: “Уҡырға ҡайҙа барырға?” – тигән һорау тора.
10 март көнө Иҫке Собханғол урта мәктәбе базаһында республикабыҙҙың төрлө урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары вәкилдәре менән осрашыу үтте. Уҡыусыларға уҡыу йорттары тураһында белешмә, һайлаясаҡ һөнәр тураһында ентекле мәғлүмәт еткерелде.