08:43 21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө | |
Халыҡ-ара туған тел көнө ЮНЕСКО Генераль конференцияһының 30-сы сессияһы ҡарары менән 1999 йылдың ноябрендә тел һәм мәҙәни төрлөлөктө һаҡлау маҡсатында булдырыла. ЮНЕСКО Халыҡ-ара ойошмаһы тарафынан үткәрелгән тикшереүҙәр буйынса 6 меңдән ашыу телдең 40%-на яҡын арала юғалыу янай. Халыҡ-ара туған тел көнөндә Бөрйән районы белем биреү ойошмаларында “Туған тел. Төрлөлөктә – берҙәмлек” кластан тыш дәресе, мәктәп линейкалары; тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә туған телдең матурлығы тураһында әңгәмәләр, кластан тыш саралар үткәрелә. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған. | |
|
Всего комментариев: 0 | |