07:01 «Аҡыллы каникул» исемендә көҙгө лагерь |
28 октябрьҙән 3 ноябрьгә тиклем 9 мәктәптә 700 балаға «Аҡыллы каникул» исемендә көҙгө лагерь эшләй башланы.
Ялды ойоштороуҙың төп маҡсаты - яңы быуындың сәләмәтлеген нығытыу, үҙҙәренә бирелгән ваҡытты дөрөҫ итеп файҙаланырға өйрәтеү, физик һәм ижади һәләттәрен үҫтереү. Һәр көн иртә менән мәктәп балаларҙың шат тауыштарына күмелә. Уҡыусыларҙың ялын күңелле үткәреү өсөн һәр көн үҙенсәлекле тематикаға: китаптар донъяһына сәйәхәт, көҙ матурлыҡтары, ижади көн, теүәл фәндәр донъяһында, халыҡтар берҙәмлеге көнө, спорт һәм һаулыҡ, таланттар эҙләйбеҙ көндәренә ҡоролған. Балалар көнөнә ике тапҡыр сифатлы ҡайнар ризыҡ менән туҡланалар. Рационда йәшелсә, еләк-емеш, ит ризыҡтары бар. Лагерға уҡыусылар бик теләп йөрөй. Вожатыйҙар сараларҙы ҡыҙыҡлы итеп ойоштора. Күберәк хәрәкәтле ,спорт уйындарында, викториналарҙа, түңәрәктәрҙә, һәм төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Ауыл мәҙәниәт йорто менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләйәрҙ. Ауыл китапханаһына бәләкәйҙәр "Әкиәт иленә сәйәхәт" ҡылһа, өлкәндәр "Китап" операцияһында ҡатнаштылар.
.Көҙгө каникулдар балалар өсөн файҙалы үтә.
|
Просмотров: 69 |
Добавил: РОО
| Рейтинг: 0.0/0 |
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[
Регистрация |
Вход ]