08:10 Ата-әсәләр иғтибарына! | |
Рәсәй һәм мәғариф министрлығының приказына (№ 32 от 22.01.2014 й.) ярашлы 2019 йылдың 1–се февраленән 1-се синыфҡа уҡырға барыусы балаларҙың ата-әсәләренән ғаризалар ҡабул ителә башлаясаҡ. 1-се класҡа ҡабул иткәндә ниндәй документтар кәрәклеген, нисә урын барлығын, мәктәптә һәм белем биреү учреждениеһының официаль сайтында танышырға мөмкин. Ғаризаны электрон форматта тапшырыу ата-әсәләр өсөн бигерәк тә уңайлы. Ата-әсәләр дәүләт хеҙмәте (госуслуги) аша инеп, ғариза яҙа ала. Ә кемдәр ошо хеҙмәттә теркәлмәгән, уларға район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге ярҙамға килә. Рәсәй мәғарифы тураһындағы законға ярашлы һәм район хакимиәтенең 24 ғинуарҙағы 1-се номерлы ҡарары нигеҙендә һәр бала үҙе йәшәгән ауылдағы мәктәптәргә беркетелгән. Ә район үҙәгенә килгәндә, Иҫке Собханғол урта мәктәбенә - район үҙәгендәге урамдар, Баҙал мәктәбенә – “Баҙал биҫтәһе”ндәге урамдар, Ағиҙел мәктәбенә “Ағиҙел ҡасабаһы”ндағы урамдар, Ҡайын-Түш мәктәбенә Ҡайынтүшкә яҡын урамдар беркетелгән. Әгәр ҙә баланы башҡа ауылға, мәҫәлән, Баҙал биҫтәһендә йәшәгәндәр Иҫке Собханғол мәктәбенә уҡырға бирергә теләһә, ғаризаны барырға теләгән мәктәптә урын булыуына ҡарап, 2019 йылдың 1-се июленән 31-се авгусына тиклем тапшыра ала. Районда күптән барған бәхәс - баланы башҡортса уҡытыу мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды. Һәр ата-әсә балаһын ниндәй телдә уҡытырға уйлай, шул телде һайлай ала. Был теләк ата-әсәнең ғаризаһында күрһәтелә. Әгәр ҙә бер генә ата-әсә балаһын башҡортса уҡытырға теләһә лә, бының өсөн мәктәптә бөтә шарттар ҙа булдырылған. Уҡыусыларҙы 1-се класҡа ҡабул итеү буйынса ҡыҙыу линия: 3-66-71 | |
|
Всего комментариев: 0 | |