15:27
Ата-әсәләр иғтибарына!

    Хөрмәтле мәктәп етәкселәре, ата-әсәләр! Быйылғы уҡыу йылында күп балалы һәм әҙ тәьмин ителгән ғаиләлә тәрбиәләнгән мәктәп уҡыусыларына бушлай мәктәптә туҡланыу, мәктәп формаһына компенсация, 1-се класс өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтары алыу өсөн белешмәне(справканы) йылдағыса мәғариф бүлеге бирә. Белоретҡа, йә булмаһа күп функциялы үҙәккә (МФЦ) мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй.

Справканы алыу өсөн:

     1. Күп функциялы үҙәккә (МФЦ) мөрәжәғәт итеп пособие йүнләргә кәрәк.

   2.Мәктәпкә кәрәкле документтарҙы тапшырырға.(Документтарҙы  Башҡортостан  Республикаһы Министрҙар Кабинетының 2002 йылдың 11-се   мартында сыҡҡан "«Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә   дәүләт ярҙамы тураһында»законын тормошҡа ашырыу буйынса саралар     тураһындағы" 68-се һанлы ҡарарына үҙгәрештәр индереү тураһындағы ҡарарға   ярашлы мәктәп администрацияһы ҡабул итә).

     3. Мәктәп етәкселеге һеҙҙән алған документтарға таянып список булдыра һәм       справка алыу өсөн мәғариф бүлегенә тапшыра.

     4. Ата-әсәнең мәғариф бүлегенә килеп йөрөүе талап ителмәй.

     5. Студенттарға мәғариф бүлеге тарафынан бирелмәй.

Просмотров: 629 | Добавил: РОО | Рейтинг: 4.5/2
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]