07:30
Башҡорт теле аҙналығы

Ҡәҙерле уҡыусылар!  Хөрмәтле уҡытыусылар, ата-әсәләр!  

       Республика башлығының 2019 йылдың 29 октябренән  386-сы һанлы “Башҡорт теле көнө тураһында”ғы  һәм  2021 йыдың 19 февраленән   70-се  һанлы    “М. Аҡмулланың 190 йыллығын билдәләү тураһында”ғы  Указдары нигеҙендә 2021 йылдың 14 декабрендә Республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө билдәләнә һәм ошоға ярашлы башҡорт теленә, башҡорт халҡының тарихына, мәҙәнитенә һәм ғөрөф - ғәҙәттәренә ихтирам тәрбиәләү маҡсатында Республикала һәм шул иҫәптән бөтә район мәктәптәрендә лә мөһим саралар үтә. Был саралар М.Аҡмулланың  “Нәсихәттәр”ендәге әхлаҡи ҡиммәттәрҙе өйрәнеү һәм популлярлаштырыу маҡсатында бер линияға тупланған һәм бөгөнгө көндән, йәғни 7 декабрҙан 14 декабрға тиклем, бер аҙна дауамында ойошторола.

    Бөгөн, мәҫәлән,саралар “Башҡорт теле - иманлы тел”девизы аҫтында үтә.

Бөйөк мәғрифәтсебеҙ М. Аҡмулла ла үҙенең шиғырында иманлы, аҡыллы булырға саҡырған:

Иң әүүәл кәрәк нәмә — иман, тигән,
Ахирәт эштәренә инан, тигән.
"Хоҙай, кисер!" — тигән менән эш бөтмәйҙер,
"Иман шарты"н өйрәнмәһә — Иван, тигән.

          Иманлы, итәғәтле булайыҡ барыбыҙ ҙа!

      Яҡынлашып килгән Башҡорт теле көнө менән  һәммәгеҙҙе лә тәбрикләйем, үткәреләсәк сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам. Башҡорт теле көслө лә, бай ҙа, яғымлы ла.Туған телебеҙҙе яратығыҙ, хөрмәт итегеҙ! Теле булған ил бер ҡасан да юғалмай. Тыуған илебеҙҙең киләсәгенә битараф булмағыҙ!

 

                                                   Район мәғариф бүлеге етәксеһе И.Ғ. Сәйфитдинов

Просмотров: 677 | Добавил: РОО | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]