06:38
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының берекмә ултырышы

     24 апрель көнө Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының берекмә ултырышы үтте. Сара сиктәрендә асыҡ дәрестәр ҡаралды, шағирә, журналист, Самат Ғәбиҙуллин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар берлеге ағзаһы Айһылыу Рәжәп ҡыҙы Ғарифуллина менән ижади осрашыу ойошторолдо. Айһылыу Рәжәп ҡыҙы тормош юлы, ижады менән мауыҡтырғыс итеп таныштырғандан һуң, йәш ижадсыларҙың һәм уҡытыусыларҙың һорауҙарына ихлас яуап ҡайтарҙы. Артабан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында ҡатнашыусы делегаттар тәьҫораттары менән уртаҡлашты, фекер алышты.

Байназар мәктәбе коллективына сараны юғары кимәлдә үткәреүҙәре өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!


Просмотров: 816 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]