10:14
“Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” халыҡ-ара белем биреү акцияһы

Башҡорт телен танытыу, белемлелек проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү маҡсатында, 2019 йылдың 18 майында иртәнге сәғәт 10-да Бөрйән районының 22 мәктәбендә “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” халыҡ-ара белем биреү акцияһы үтәсәк. Диктант - хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, йыл һайын үткәрелгән ирекле, түләүһеҙ белем биреү акцияһы. Был акцияла 5-11 класс уҡыусылары, уҡытыусылар, ауыл халҡы, ҡыҫҡаһы, теләге булған һәр кем ҡатнаша аласаҡ. Һөҙөмтәләр диктант үткәрелгәндән һуң 30 көндән дә һуңға ҡалмайынса http://bashkdictant.ru сайтында баҫылып сығасаҡ.

Просмотров: 885 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]