«Һаумы, һаумы, әкиәт!» видеоконкурсы

07.05.2019
Автор: РОО
Комментарии: 0
Просмотров: 1005

16 майҙа “Һаумы, һаумы, әкиәт!” район видеоконкурсы үтәсәк. Унда балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм 1-4 класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләү хуплана. Видеоролик законлы рәүештә файҙаланылған видеоредакторҙа эшләнергә, башҡарыу ваҡыты 5 минуттан артмаҫҡа тейеш.  Яҙманың биҙәлеше генә түгел, конкурсанттың тасуири уҡыуы, тексты яттан һөйләүе баһалана. Һәр эштә башҡарыусының исем-шәрифе, йәшәгән урыны, устав буйынса мәктәп һәм балалар баҡсаһының исеме, әкиәттең атамаһы күрһәтелергә тейеш. 
Материалдар 2019 йылдың 16 майына тиклем ҡабул ителә. 

 

“Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” халыҡ-ара белем биреү акцияһы

07.05.2019
Автор: РОО
Комментарии: 0
Просмотров: 935

Башҡорт телен танытыу, белемлелек проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереү маҡсатында, 2019 йылдың 18 майында иртәнге сәғәт 10-да Бөрйән районының 22 мәктәбендә “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” халыҡ-ара белем биреү акцияһы үтәсәк. Диктант - хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, йыл һайын үткәрелгән ирекле, түләүһеҙ белем биреү акцияһы. Был акцияла 5-11 класс уҡыусылары, уҡытыусылар, ауыл халҡы, ҡыҫҡаһы, теләге булған һәр кем ҡатнаша аласаҡ. Һөҙөмтәләр диктант үткәрелгәндән һуң 30 көндән дә һуңға ҡалмайынса http://bashkdictant.ru сайтында баҫылып сығасаҡ.

Тҽмәс ауылында башҡорт тҽлҽ һәм әҙәбиәтҽ уҡытыусылары конфҽрҽнцияһы үттҽ

07.05.2019
Автор: РОО
Комментарии: 0
Просмотров: 717

6 майҙа Башҡортостандың бҽрҽнсҽ баш ҡалаһы Тҽмәс ауылында Урал аръяғы зонаһы: Баймаҡ, Әбйәлил, Бҽлорҽт, Учалы, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла райондары, Cибай, Мҽжгорьҽ ҡалаларының башҡорт тҽлҽ һәм әҙәбиәтҽ уҡытыусылары конфҽрҽнцияһы үттҽ.

Об итогах проведения регионального этапа Всероссийского конкурса "Зеленая планета"

07.05.2019
Автор: РОО
Комментарии: 0
Просмотров: 821

В  целях реализации Плана экологических мероприятий, воспитания у детей и подростков бережного отношения к единым общечеловеческим ценностям в соответствии с принципом сохранения культурного и природного разнообразия с 1 января по 18 марта 2019 года МОБУ ДО ЦДТ МР Бурзянский район РБ был проведен районный этап Всероссийского конкурса «Зеленая планета», посвященный году театра в России. Обучающиеся общеобразовательных организаций муниципального района в возрасте от 4 до 18 лет приняли участие в конкурсе по семи номинациям: «Жизнь леса и судьбы детей», «Природа-бесценный дар, один на всех», «Зеленая планета глазами детей», «Многообразие вековых традиций», «Эко-объектив», «Современность и традиция», «Природа. Культура. Экология».