13:11
«Һаумы, һаумы, әкиәт!» видеоконкурсы

16 майҙа “Һаумы, һаумы, әкиәт!” район видеоконкурсы үтәсәк. Унда балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм 1-4 класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләү хуплана. Видеоролик законлы рәүештә файҙаланылған видеоредакторҙа эшләнергә, башҡарыу ваҡыты 5 минуттан артмаҫҡа тейеш.  Яҙманың биҙәлеше генә түгел, конкурсанттың тасуири уҡыуы, тексты яттан һөйләүе баһалана. Һәр эштә башҡарыусының исем-шәрифе, йәшәгән урыны, устав буйынса мәктәп һәм балалар баҡсаһының исеме, әкиәттең атамаһы күрһәтелергә тейеш. Материалдар 2019 йылдың 16 майына тиклем ҡабул ителә. 

 

Просмотров: 937 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]