09:57
Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте

            4 май көнө Өфө ҡалаһының "СМАРТ" 2-се һанлы республика полилингваль күп профилле гимназия базаһында "Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте" буйынса республика олимпиадаһы булып үтте. Быйылғы уҡыу йылында район намыҫын яҡлау Ғәлиәкбәр мәктәбенең 8 класс уҡыусыһы Ғәбитова Алина иңенә төштө. Һөҙөмтәлә, яҡшы һөҙөмтәләре өсөн Алина "Педагог һәм остаз" йылы номинацияһында призер булды һәм Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығының дипломы менән бүләкләнде. Алинаға һәм уның етәксеһе Ғәлиәкбәр мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Аллабердин Дамир Зиннәт улына артабан да уңыштар теләйбеҙ, алда яулайһы үрҙәре күп булһын.

 

   

Просмотров: 143 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]