08:07
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына уҙғарылған йәш ижадсылар республика конкурсы

19 октябрҙә Сибай гимназия-интернатында С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына уҙғарылған йәш ижадсылар республика конкурсы булып үтте. Был конкурста Әбйәлил, Әлшәй, Баҡалы, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла, Мәсетле райондарынан һәм Баймаҡ, Сибай, Белорет, Нефтекама ҡалаларынан 300-ҙән ашыу ижади эш менән 147 уҡыусы ҡатнашты. Поэзия, проза, журналистика йүнәлешендә тәүге турҙа еңеүселәр абруйлы жюри алдында сығыш яһаны. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ ҙа мәртәбәле бәйгелә үҙ көстәрен һынап ҡарап, ҙур уңыштар яулап ҡайттылар:

  • журналистика секцияһында Байназар урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы 1-се урын;
  • поэзия секцияһында Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы – 1-се, Әбделмәмбәт  һәм Иҫке Собханғол мәктәбенең 7-се класс уҡыусылары 3-сө урын яуланылар.

Йәш ижадсыларыбыҙға артабан да яңы үрҙәр, оло еңеүҙәр юлдаш булһын!

Просмотров: 793 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]