15:46
БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Муллағолов Марат Ғызитдин улы иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы үтте.

         17 декабрҙә Иҫке Монасип урта мәктәбендә күренекле шәхес – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Марат Ғызитдин улы Муллағоловтың хәтер кисәһе, уның иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы үтте.      Байрамда М.Муллағоловтың ғаиләһе – ҡатыны, мәғариф ветераны Зәкиә Муллағолова һәм уларҙың балалары, бер туған ағаһы һәм ҡустыһы –  тарих фәндәре кандидаты Мирза Муллағолов, мәғариф ветераны Азат Муллағолов, Бөрйән районы муниципаль район хакимиәтенең эштәр буйынса идара итеүсеһе Ғайса Хәлитов, Бөрйән районы мәғариф бүлеге начальнигы Ришат Шәрипов, крайҙы өйрәнеү ойошмаһы етәксеһе Дамир Аллабирҙин ҡатнашты. Тантанаға шулай уҡ Марат Муллағоловтың коллегалары, ижадташтары, уҡыусылары, ауылдаштары йыйылды.

         Байрам мәктәп уҡыусылары әҙерләгән концерт номерҙары менән аралашып барҙы.

         М. Ғ. Муллағолов 1940 йылдың 20 мартында Бөрйән районының Аҡбулат ауылында тыуған. Ғаиләлә 7 бала үҫә.

         Белеме буйынса филолог  уҡытыусы  М.Муллағолов мәғариф өлкәһендә 40 йылдан ашыу эшләү дәүерендә бик күп  вазифалар башҡара, һөнәрҙәрен тормошҡа ашыра: уҡытыусы, методист, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, директор, эколог, һынлы сәнғәт буйынса белгес, этнограф, фольклорсы, телсе, әҙәбиәтсе һәм яҙыусы, оҫта рәссам һәм фотограф, скульптор-дизайнер.

         1959 йылда М. Ғ. Муллағолов Байназар урта мәктәбен тамамлап, колхозға эшкә инә. Әммә һәләтле егеттең урыны – мәктәптә. Ул уҡытыусылыҡ эшен Ғәлиәкбәр мәктәбендә башлай. Махсус белеме булмаһа ла, балаларға эстетик тәрбиә эшен – һүрәт төшөрөү, һынлы сәнғәт менән мауығыу ҙа шунда башлана. Башҡорт дәүләт университетында юғары белем алғас, Марат Ғызитдин улы районыбыҙға ҡайта һәм ең һыҙғанып мәғариф эшенә тотона.         

         1974 йылдан  1992 йылға тиклем Иҫке Монасип мәктәбендә эшләй, балаларға заманса белем бирә, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса музей булдыра, уҡыусыларҙа тәбиғәткә ҡарата һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй. Тап Монасип мәктәбендә ул үҙенең тормош иптәшен осрата һәм бәхетле ғаилә ҡора.  Янып эшләгән уҡытыусы үҙ юлын дауам итеүсеһен һәр саҡ таба. Уҡыусылары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Рәсүл Сәғитов, Земфира Яубаҫарова, Рәғиҙә Әйүпова һәм башҡалар әҙәбиәт юлын һайлаһа, Ильяс Муллағолов, Кәрим Бикмәтов, Сабит Бикмәтов һәм бишҡалар бөгөн рәсем, һынлы сәнғәт өлкәһендә балаларға белем бирәләр.

         Марат Ғызитдин улы Әтек, Байназар,  Әбделмәмбәт мәктәптәрендә лә эшләп, районыбыҙҙа ҡына түгел, республикабыҙҙа ла алдынғы ҡарашлы, тынғыһыҙ, эҙәрмән уҡытыусы булып танылыу яулай. 1992 – 1998 йылдар дәүерендә Яуымбай мәктәбендә лә эшләргә тура килә, уның тырыш хеҙмәте менән  Яуымбай мәктәбе яңыса эшләгән өлгөлө мәктәп булып таныла.   Тап Марат Ғызитдин улы эшләгән осорҙа уны «матурлыҡ мәккәһе»  тип йөрөтәләр.

        Бай тәжрибәле һәм алдынғы ҡарашлы педагог-ветерандың балаларға белем, тәрбиә биреү буйынса оҙайлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте хаҡлы баһаланды. Ул 1973 йылда Социалистик ярышта еңеүсе, 1975 йылда 9-сы биш йыллыҡ ударнигы, 1980 йылда РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, 1983 йылда БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, шулай уҡ хөкүмәтебеҙҙең күп һанлы маҡтау грамоталарына лайыҡ була.

       Марат Ғызитдин улының хеҙмәттәрен ауылдаштары, райондаштары,  уҡыусылары, уҡытыусы коллегалары, ижадташтары онотмай, һәр саҡ ихтирам менән иҫкә ала. Оло шәхес ошондай баһаға хаҡлы рәүештә лайыҡ. Марат Ғызитдин улының иҫтәлеге үҙенең тыуған ауылында  мәңгеләштерелде.

       

Просмотров: 1650 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]