06:55
Белем байрамы менән!

Хөрмәтле уҡытыусылар, ата-әсәләр, мәғариф ветерандары, ҡәҙерле уҡыусылар!

 

Бөгөн илебеҙҙең бөтә мәктәптәрендә лә Белем байрамына арналған тантаналар үтә. Был көндөң барыбыҙға ла тик шатлыҡлы тәьҫораттар, иҫтәлекле минуттар бүләк итеренә шик юҡ. Һеҙҙе барығыҙҙы ла яңы уҡыу йылы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым!

Районыбыҙҙың 34 мәктәбендә сығарылыш уҡыусыларына алмашҡа килеүсе 252 бала тәү тапҡыр мәктәп тупһаһы аша атлап, белем донъяһына юл башлай.  Ҡотлауҙарҙың иң ҡайнарын беренсе синыфҡа барыусыларға юллайым. Һеҙгә иң яҡшы билдәләр, мауыҡтырғыс мәктәп йылдары, белем алыуға бөтмәҫ-төкәнмәҫ ынтылыш теләйем. Белем сәфәрегеҙ хәйерле булһын! Ә инде ата-әсәләргә балаларығыҙ менән бергә уларҙың уңыштарына ҡыуанырға яҙһын! 1 сентябрҙе йыл һайын айырым тулҡынланыу менән көтөп алыусылар – уҡытыусылар. Уҡытыусы – ул иң ауыр һәм яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе. Балаларҙы бөтә күңеле менән яратҡан, уларҙы аңлай белгән кеше генә уҡытыусы һөнәрен һайлайҙыр. Һеҙгә яуаплы эшегеҙҙә ҙур уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе теләйем.

Ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙҙең киләсәктә милләтебеҙҙе яҡларҙай ҙур шәхестәр булып үҫеүегеҙгә ышанам. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм тик уңыштар ғына юлдаш булһын!

 

 

Мәғариф бүлеге етәксеһе И.Ғ. Сәйфитдинов

 

 

Просмотров: 139 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]