13:10
«Беренселәр Хәрәкәте" Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең райондағы бүлексәһен тантаналы асыу

Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте - илебеҙҙең төрлө төбәктәренән күп балаларҙы һәм йәштәрҙе үҙ эсенә алған йәш проект. 
Бөгөнгө көндә ул Иҫке Собханғол мәктәбендә биш мәктәп балаларын рәсми асылыу тантанаһына йыйҙы.
Был иҫтәлекле, тарихи байрамға Баҙал, Тимер, Әтек, ике Иҫке Собханғол мәктәптәренән алдынғы балалар йыйылды, һәм Хәрәкәттең мөһим Декларацияһын уҡып, һүҙ бирҙеләр:
«Беҙ Хәрәкәттә Рәсәйгә ҙур киләсәк тәьмин итеү өсөн,
Бөтә киләсәк быуыныбыҙ ҙа бәхетле ғүмерҙә йәшәһен өсөн,
Донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн берләштек!
Беҙ үҙебеҙҙе Ватаныбыҙҙың ПИОНЕРҘАРЫ тип һанайбыҙ!
Белем алыу, ижад, Ватанды һаҡлау, фән һәм технология, хеҙмәт һәм спорт, тәбиғәтте һаҡлау һәм бөтә хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырырға теләгән ерҙә беренсе булырға теләйбеҙ!
Беҙ – донъяның ТӘҮГЕ АСЫУСЫЛАРЫ һәм уны яҡшы яҡҡа үҙгәртергә әҙербеҙ!
БЕҘҘЕҢ МИССИЯ: (бөтәһе бергә)
РӘСӘЙ МЕНӘН БУЛЫРҒА
КЕШЕ БУЛЫРҒА
БЕРГӘ БУЛЫРҒА
ХӘРӘКӘТТӘ БУЛЫРҒА
БЕРЕНСЕ БУЛЫРҒА”
Ижади сығыштан һуң, сарабыҙ ҡиммәттәр, миссия һәм Хәрәкәттең эш йүнәлештәрен уҡыған балалар сығышы менән тамамланды

Просмотров: 141 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]