12:35
Ҡәҙерле сығарылыш класс уҡыусылары, хөрмәтле уҡытыусылар, ата-әсәләр!

Бөгөнгө көн районыбыҙ мәктәптәрендә бер аҙ моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла байрамдарҙың береһе – Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы үтә.

Бөгөнгө көндән уҡыусылар тормош китабының тәүге биттәрен асасаҡтар. Уларҙы алда ҡатмарлы ла һәм шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс та киләсәк көтә.

Быйыл район мәктәптәрендә 3028 уҡыусы белем алһа, шуларҙың – 326-һы 9-сы, 95-е 11-се класты тамамлай. Әлеге сығарылыш класс уҡыусылары араһында ла һәләтле балаларыбыҙ күп, шуға күрә йылдан-йыл юғары һәм махсус урта белем алыуға ынтылыш арта барыуы күҙәтелә.

Ҡәҙерле сығарылыш синыф уҡыусылары! Һеҙ йылдар буйы яңғыраған ҡыңғырау тауышы, мәктәп, уҡытыусылар, дәреслектәр менән хушлашаһығыҙ. Әлбиттә, хушлашыу – бик ауыр осор, сөнки мәктәп һеҙҙең икенсе тыуған йортоғоҙ. Уҡыу йылдарында белем усағығыҙ ниндәй генә тормош һабаҡтарын, ғүмерлек дәрестәрен биреп өлгөрмәне!

Һеҙҙе алда яуаплы, ауыр һынауҙар көтә, сөнки берҙәм дәүләт имтихандарына талаптар йылдан-йыл арта. Шуға күрә тик үҙегеҙҙең көсөгөҙгә таянырға тейешһегеҙ, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, үҙегеҙгә дөрөҫ, лайыҡлы юл табырһығыҙ тип ышанабыҙ. Ниндәй генә һөнәр эйәһе булһағыҙ ҙа, күңелегеҙ саф, ниәттәрегеҙ изге булһын! Һеҙгә һаулыҡ, сабырлыҡ, ныҡышмалылыҡ, бәхетле киләсәк һәм барлыҡ хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

Аҡ юл һеҙгә!

 

Мәғариф бүлеге етәксеһе И.Ғ. Сәйфитдинов

 

Просмотров: 155 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]