14:09
Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада тамамланды

Бөгөн Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада тамамланды. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған сара өс көн дауамында Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында барҙы. Олимпиадала республиканың тиҫтәләгән район һәм ҡалаһынан 300-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты. 
Бөрйән районы уҡыусылары ла юғары һөҙөмтәләргә ирештеләр: Байназар урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы  – еңеүсе, Әбделмәмбәт урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы  һәм Байназар урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы  призер исеменә лайыҡ булдылар. Еңеүселәребеҙҙе һәм уларҙың етәкселәре Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитованы, Айгөл Рафаэл ҡыҙы Үтәбаеваны ихлас күңелдән еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә тағы ла яңынан - яңы үрҙәр, еңеүҙәр, уңыштар теләйбеҙ! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

Просмотров: 1028 | Добавил: РОО | Рейтинг: 3.5/2
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]