09:21
Иғтибар, конкурстар!!!


           Мәктәпкәсә йәштәге 4 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар араһында «Ҡыш бабайға хат өсөн иң матур биҙәлгән конверт» район конкурсы уҙғарыла. Конверт эсендә Ҡыш бабайға сюрприз – баланың фотоһүрәте ( 2015 йылда бала кемгәлер ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләгән, йәки нимәлер эшләргә өйрәнгән ваҡытта төшөрөлгән фото) булыуы мөһим.
          Конкурс эштәренең талаптары:
          - баланың үҙ ҡулдары менән эшләнгән булыуы,
          - А4 форматында, конверт формаһында, тышында почта маркаһы һүрәте, хат кемгә тәғәйенләнгән икәнлеген яҙырға, хаттың кемдән булыуы (теләк буйынса яҙыла), хат эсендә сюрприз – фотоһүрәт булырға тейеш.

____________________________________________________________

           1-4 класс уҡыусылары өсөн “Ҡыш бабайға хат” проекты быйыл 1 ноябрҙә старт алды. Бының өсөн Ҡыш бабайға ҡатнашыусыларҙың 2015 йылда яулаған уңыштары, изге һәм файҙалы эштәре тураһында бәйән ителгән хаттарын 21 декабргә тиклем Konkurs@burzyanro.ru йәшнигенә ебәреүҙәре кәрәк. 
          Хатҡа ҡушымта итеп уҡыусыларҙың үҙҙәре ижад иткән шиғырҙары, ҡырҡып йәбештереү эштәре, Яңы йыл открыткалары, ҡул эштәре йәки сувенирҙарын ебәреүҙәре мотлаҡ. 
          Иң ҡыҙыҡлы хат авторҙарын бүләктәр һәм Яңы йыл байрамдарына саҡырыу ҡағыҙҙары көтә.

 

Просмотров: 1145 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]