14:39
Яңы йыл бүләге

 

 

             Әйтеүҙәренсә, үҙ ҡулдарың менән эшләгән бүләк ҡәҙерле һәм ҡиммәт. Ғәҙелгәрәйҙәр урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашып, үҙҙәренә елле Яңы йыл бүләге отто, тиһәк тә хата булмаҫ.

             19 декабрҙә Ғәҙелгәрәй ауылында спорт майҙансығы асылды. Олонан ҡупҡан ғәҙелгәрәйҙәр: хәҙерге замана Ҡыш бабайы Ҡарһылыуын “Буран”ға тейәп жыйлап халыҡ араһына килеп тә инде. Ҡарһылыу ҡосағында – һыуыҡҡа ҡалтыранып торған яңы ғына тыуған бәрәс – киләһе Яңы йыл хужаһы. Уйын-көлкө, теләк-алҡыштар аҫтында бәрәсте майҙансыҡ биләмәһенә аяҡ та баҫтырҙылар. Сараның рәсми өлөшөнән һуң балалар менән килгән ҡунаҡтар майҙансыҡ уртаһындағы шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнаны. Хоккей майҙансығында беренсе уйын башланып та китте. Әкиәт геройҙары ҡунаҡтарҙы, ауыл халҡын тәбрикләне

Просмотров: 913 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]