13:37
Йыл уҡыусыһы - 2014

 

 

25-28 март көндәрендә Ульяновск өлкәһенең «Үҫмер» пионер лагеры базаһында Рәсәйҙең төрлө төбәктәре араһында «Йыл уҡыусыһы - 2014» бәйгеһе үтте. Ун бишенсе йыл рәттән үткәрелгән был конкурс Рәсәйҙең дөйөм белем биреү мәктәптәрендә уҡыусы балаларҙы бер киңлеккә йыйып, үҙ-ара бәйләнештәр барлыҡҡа килтереп, тәжрибә менән уртаҡлашыу маҡсатында үткәрелә. Һәм киләсәктә илебеҙҙең лайыҡлы граждандарын тәрбиәләү өсөн йүнәлеш бирә.

Был сарала Рәсәй Федерацияһының 29 субъектынан иң аҡыллы, ҡыйыу, тырыш һәм йыр-моңға, бейеүгә маһир булған уҡыусылар йыйылды. Был конкурс Ульяновск өлкәһендә юғары кимәлдә үткәрелеп киң таралған сараларҙың береһе тип һанала. Ул һәләтле балаларҙы билдәләү һәм уларҙың булмышын тағы ла үҫтереү, киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуйып, бейеклеккә ынтылыу өсөн стимул булып тора.

Һуңғы йылдарҙа беҙҙең район уҡыусылары төрлө кимәлдә үткәрелгән бәйгеләрҙә уңышлы ғына ҡатнашып килә, әммә «Йыл уҡыусыһы» кеүек интеллектуаль конкурста Рәсәй күләмендә икенсе тапҡыр ҡатнашырға форсат тейҙе. Был бәйге беҙҙең республикала тик Бөрйән районында ғына үткәрелә, шуға күрә лә Мәғариф министрлығы оло ышаныс менән Бөрйән районы делегацияһын Ульяновск өлкәһенә йүнәлтте. Үткән уҡыу йылында Байназар урта мәктәбе уҡыусыһы Буранов Азамат сығыш яһаһа, быйыл Иҫке Собханғол мәктәбенең 11 класс уҡыусыһы Башҡортостан йөҙөн яҡлап лайыҡлы сығыш яһаны.

 Уҡыусыларҙың етәксеһе һәм конкурстың режиссеры итеп район метод кабинеты етәксеһе Ғүмәрова Роза Шәриф ҡыҙы тәғәйенләнде.

Конкурсты ойоштороу эше юғары кимәлдә ҡуйылған: беҙҙе яҡшы ҡаршы алдылар, пионер лагерына урынлаштырҙылар, аҙна дәүерендә хеҙмәтләндерҙеләр һәм конкурс барышында ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, ярҙамһыҙ һәм яуапһыҙ ҡалдырманылар. Барлыҡ ҡатнашыусылар бер-береһе өсөн янып-көйөп торҙо.

Конкурс ике турға бүленде. Беренсе көн репитицияға бирелде һәм сараны асыу тантанаһы булды. Икенсе көн һәр делегация үҙенең төбәгенә хас булған күргәҙмә ойоштороп, милләтенең асылын күрһәтте. Беҙ ҙә башҡорт халҡының кисәгеһенә һәм бөгөнгөһөнә таянып тирмә, ситән, ҡортсолоҡ, малсылыҡ йыһаздары, милли кейемдәр, һауыт-һаба һәм милли ризыҡтар ярҙамында күркәм күргәҙмә ҡорҙоҡ. Жюри ағзалары беҙҙең эште юғары баһаланы һәм иң-иңдәр рәтенә индерҙе.

Артабан «Мин – бөйөк илемдең гражданины» исемле презентацион конкурс иғлан ителде. Был бәйге көслө рухлы, киң ҡарашлы уҡыусыларҙы билдәләү, тыуған илгә, телгә һөйөү тәрбиәләүҙе һәм конкурсант менән яҡындан танышыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Һәр ҡатнашыусы үҙен үҙ еренең патриоты итеп күрһәтте. Бигерәк тә, Хакасия республикаһының ҡатнашыусыһы үҙенең тыуған еренә булған һөйөүен юғары нотала бәйән итте.

Өсөнсө көн уҡыусылар бер көн алдан бирелгән ситуацион һорау буйынса башҡа төбәктән килеүсе уҡыусылар менән яңы төркөм төҙөп ойоштороу һәләттәрен һәм проблеманан сығыу юлдарын күрһәттеләр. 

«Тыуған илем киңлектәре» бәйгеһе викторина формаһында ҡоролған, йәғни конкурсанттарҙың фекерләү ҡеүәһен баһалау өсөн һәр ҡатнашыусыға дүртәр һорау бирелде һәм улар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төплө яуап бирергә тейештәр ине. Әлбиттә, беҙ саф башҡорт районы вәкилдәре үҙ телебеҙҙә фекерләйбеҙ, шуға күрә үҙ дәлилдәрҙе урыҫ телендә еткереүе ауырыраҡ булды.

«Төбәгемдең тарихының төп этаптары» тип аталған һынау халыҡтың тарихын, иң сағыу мәҙәни сараларын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Беҙҙең уҡыусылар башҡорт халҡының тарихындағы төп ваҡиғаларҙы сағылдырҙы. Милли геройыбыҙ Салауат Юлаеевтың ролен дә сағылдырырға тырыштылар. Беҙҙең ҡыҙҙар һәм егеттәр башҡарған дәртле бейеүҙәрҙе тамашасы көслө алҡыштар менән ихлас ҡабул итте. Бигерәктә, егеттәр башҡарған замана бейеүенән һуң, улар үҙҙәрен танытты.

Дүртенсе көн Ульяновск ҡалаһына экскурсияға алып сыҡтылар. Ҡаланың иҫтәлекле урындарын күрһәттеләр, В.В. Лениндың музейында булыу бәхете лә эләкте. Ульяновск бөйөк шағирҙары, яҙыусылары менән дан тота икәнлегенә инандыҡ. Артабан мәҙәниәт йортонда үҫмерҙәр һәм студенттар ойошторған концертта булдыҡ. Шул уҡ көндө финалға үтеүсе ун биш конкурсантты билдәләнеләр.  Бәйге дауам итте, «Хеҙмәттең йәмғиәттәге роле» исемле асыҡ лекцияла Ғәзинур мөмкин булған 9 балдан 8 мәрәй йыйҙы.

Бишенсе көн финалға үткән уҡыусылар мастер-класс күрһәтте. Һәр сығыш үҙенсә оргиналь һәм фәһемле ине. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйылғы мастер-кластар күпкә ҡыҙыҡлыраҡ һәм тәрән мәғәнәгә эйә. Ғәзинур башҡорт милли музыкаль инструменты ҡурайҙы эшләү һәм уйнау серҙәрен өйрәтте. Шулай уҡ, уның файҙаһы тураһында бәйән итте. Төрлө милләт егеттәре ҡурайҙа уйнау еңелдән түгел икәнлегенә төшөндөләр.

Биш көн дауамында барған көсөргәнешле бәйгенән һуң илебеҙ уҡыусылары һүҙҙәре, аҡылдары, күңел байлыҡтары, туған телгә, ергә мөнәсәбәттәре менән халҡын ҡурсалаусы, уның киләсәк яҙмышын хәстәрләүселәр икәненә инандыҡ. Эйе, тап ошондай уҡыусыларыбыҙ тыуған иле, халҡы киләсәге өсөн көрәшә, шуның менән күп милләтле Рәсәйҙең берҙәмлеген нығыта.

Төбәк-ара «Йыл уҡыусыһы - 2014» бәйгеһе иң-иңдәрҙе: белемле, талантлы уҡыусыларҙы асыҡланы. Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусыһы  бәйгенең финалына сығып лауреат исеменә лайыҡ булды һәм Ульяновск өлкәһе хөкүмәте губернаторы Сергей Морозов тарафынан бирелгән диплом һәм иҫтәлекле бүләккә эйә булды. 

Конкурста ҡатнашыусы уҡыусыларҙың күп булыуы беҙҙең илебеҙ һәләтле йәштәргә бай икәнен иҫбат итә. Уҡыусылар араһында инглиз, француз, ҡытай телендә лә иркен аралаша белеүселәр табылды. Төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусылар, төрлө милләт бейеүҙәрен башҡарыусылар, йыр-моңға маһир, интелекттары менән төрлө гранттарға лайыҡ булыусы балалар йәмғиәте Ульяновск өлкәһен генә түгел, бөтә Рәсәйҙе һоҡландырҙы, киләсәккә дәрт һәм сәм өҫтәне. Бындай сарала ҡатнашыу үҙе ҙур бәхет.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, төбәк-ара «Йыл уҡыусыһы» конкурсында йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны артыуы менән бер рәттән уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләттәренең үҫеше күҙәтелә. Тап ошондай бәйгеләрҙә ҡатнашыусы, һәр ваҡыт белем кимәлен камиллаштырыуға бағышлаған, алдынғы ҡарашлы уҡыусыларҙа беҙҙең илебеҙҙең киләсәге. Тимәк беҙҙең киләсәк – ышаныслы ҡулдарҙа!

 

Просмотров: 1595 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]