15:09
"Йыл уҡыусыһы- 2024"

Бөгөн,17 апрель,Иҫке Собханғол урта мәктәбе базаһында  "Йыл уҡыусыһы- 2024" конкурсы үтте.

Ун бишенсе йыл рәттән уҙғарылған был конкурс районыбыҙҙың дөйөм белем биреү мәктәптәрендә уҡыусы балаларҙы бер киңлеккә йыйып, үҙ-ара бәйләнештәр барлыҡҡа килтереп, тәжрибә менән уртаҡлашыу маҡсатында үткәрелә һәм киләсәктә илебеҙҙең лайыҡлы граждандарын тәрбиәләү өсөн йүнәлеш бирә.

Райондың иң-иңдәр иҫәбенә ингән 21 уҡыусыһын бер майҙанға һәм мәртәбәле ярышҡа туплаған сара, быйыл илһөйәрлек, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, тарихыбыҙҙы тәрәндән белеүгә йүнәлтелеүе менән үҙенсәлекле булды. Көсөргәнешле бәйге һөҙөмтәләре буйынса “Йыл уҡыусыһы” еңеүсеһе тип Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 10 синыф уҡыусыһы табылды.6 призлы урынды Ғәлиәкбәр филиалы,Яңы Собханғол,Иҫке Собханғол һәм Иҫке Монасип мәктәбе уҡыусылары бүлеште.

Был конкурс районыбыҙҙа юғары кимәлдә үткәрелгән сараларҙың береһе тип һанала. Ул һәләтле балаларҙы билдәләү һәм уларҙың булмышын тағы ла үҫтереү, киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуйып, бейеклеккә ынтылыу өсөн стимул булып тора.

Тап ошондай бәйгеләрҙә ҡатнашыусы алдынғы ҡарашлы уҡыусылар беҙҙең илебеҙҙең киләсәге.

 

Просмотров: 65 | Добавил: РОО | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]