07:49
Хөрмәтле тәрбиәселәр!

Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Тәрбиәселәр көнө менән ҡотлайым! Һеҙҙең һөнәр – мөһим һәм яуаплы, ысын мәғәнәһендә балаларға һөйөү, ихтирам талап итә, сөнки тап балалар баҡсаһында алған тәрбиә, уның киләсәк тормошона нигеҙ һала. Был осорҙа балала тәбиғәткә, тирә-йүнгә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләнә, ул яҡшылыҡты яуызлыҡтан айыра белергә, дуҫтар табырға өйрәнә.

Хөрмәтле тәрбиәселәр, барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге,  шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйем! Тынғыһыҙ, ауыр хеҙмәтегеҙҙә ҙур сабырлыҡ, түҙемлек, үҙегеҙ тәрбиәләгән балаларҙың, уларҙың атай-әсәйҙәренең һәм тирә-йүндәгеләрҙең оло хөрмәтен, ихтирамын тойоп йәшәргә, эшләргә насип булыуын теләйем! Киләсәктә лә ҙур уңыштар, мәңге һүнмәҫ ижад, балалар мөхәббәте юлдаш булһын!

 

Мәғариф бүлеге етәксеһе  И.Ғ. Сәйфитдинов

 

Просмотров: 146 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]