07:07
Хөрмәтле уҡытыусылар, ата-әсәләр, мәғариф ветерандары, ҡәҙерле уҡыусылар!

Бөгөн илебеҙҙең бөтә мәктәптәрендә лә Белем байрамына арналған тантаналар үтә.  Был көндөң барыбыҙға ла тик шатлыҡлы тәьҫораттар, иҫтәлекле минуттар бүләк итеренә шик юҡ.

  Районыбыҙҙың 34 мәктәбендә сығарылыш уҡыусыларына алмашҡа килеүсе 275 бала тәү тапҡыр мәктәп тупһаһы аша атлап, белем донъяһына юл башлай. Шуға ла ҡотлауҙарыбыҙҙың иң ҡайнарын беренсе синыфҡа барыусыларға юллайбыҙ. Һеҙгә иң яҡшы билдәләр, мауыҡтырғыс мәктәп йылдары, белем алыуға бөтмәҫ ынтылыш теләйбеҙ. Белем сәфәрегеҙ хәйерле булһын!

 Белем көнөндә ата-әсәләр ҙә тулҡынланыу кисерә. Һеҙгә балаларығыҙ менән бергә уларҙың уңыштарына ҡыуанырға яҙһын! 1 сентябрҙе йыл һайын айырым тулҡынланыу менән көтөп алыусылар – уҡытыусылар. Уҡытыусы – ул иң ауыр һәм яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе. Балаларҙы бөтә күңеле менән яратҡан, уларҙы аңлай белгән кеше генә уҡытыусы һөнәрен һайлайҙыр. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм яуаплы эшегеҙҙә ҙур уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе теләйем.

Ҡәҙерле уҡыусылар! Уҡытыусы биргән белем генә етмәй, һеҙҙең тырышлыҡ кәрәк. Барыһы ла, маҡсат ҡуйып, шуға ынтылыуҙан тора. Һеҙҙең киләсәктә милләтебеҙҙе яҡларҙай ҙур шәхестәр булып үҫеүегеҙгә ышанабыҙ. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм тик уңыштар ғына юлдаш булһын!

 

Район мәғариф бүлеге етәксеһе И.Ғ. Сәйфитдинов

 

Просмотров: 203 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]