13:16
Яңы йыл менән!

Хөрмәтле уҡытыусылар, ҡәҙерле балалар, 
ата-әсәләр  һәм райондаштар!

Һеҙҙе Бөрйән районы мәғариф бүлеге исеменән Яңы йыл байрамы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым! Беҙгә өмөттәр бүләк итеп, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырған 2023 йылды тиҙҙән тарих биттәрендә ҡалдырып, тылсым бүләк иткән Яңы 2024 йыл киләсәк.
Мәғариф системаһы үҙенә йөкмәтелгән барлыҡ эштәрҙе намыҫ менән үтәне. Йыл дауамында белем усаҡтарында төҙөкләндереү эштәре башҡарылды, уҡыусыларыбыҙ район, республика, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып призлы урындар яуланы, йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты. 
Яңы йылда ла беҙ бихисап эштәр башҡарырбыҙ, киләсәк быуынды лайыҡлы тәрбиәләүгә йүнәлтелгән бик күп саралар үткәрербеҙ, яңынан-яңы үрҙәр яуларбыҙ тигән уй-ниәт менән ҡаршы алабыҙ.
Ҡәҙерле уҡыусылар! Һеҙ халҡыбыҙҙың төп байлығы, алыштырғыһыҙ ҡиммәте һәм киләсәге. Шуға күрә, булдырылған бар мөмкинлектәрҙе файҙаланығыҙ. Һеҙгә Яңы йылда уҡыуығыҙҙа, спорт, фән һәм ижад өлкәләрендә артабан да ҙур уңыштар, ынтылыштыр, еңеүҙәр теләйбеҙ!
Хөрмәтле уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм райондаштар! Яңы йыл һеҙгә тик яҡтылыҡ, эшегеҙҙә һәм шәхси тормошоғоҙҙа сағыу тәьҫораттар, ҡыуаныс алып килһен! Тыуасаҡ йылда бар изге хыялдарығыҙ, маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын, һәр көнөгөҙ шатлыҡ менән үтһен.

Район мәғариф бүлеге етәксеһе И.Ғ. Сәйфитдинов

Просмотров: 195 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]