07:39
Халыҡ - ара балаларҙы яҡлау көнө

      

 

           Йәйге матур кѳндәрҙең береһендә Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылының мәҙәниәт йорто биләмәһендә  матур сара—Балалар һабантуйы ойошторолдо.

          Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған был байрамды ҡарарға әсәйҙәр, атайҙар һәм ѳләсәйҙәр килгән ине. Һабантуй үткәреләсәген ишетеп, ауылға ҡунаҡҡа килгән кескәйҙәр ҙә ҡушылды. Байрамды асыу тантанаһы балаларҙы ҡотлауҙан һәм бүләкләүҙән башланды. Бала сағаларҙың шат тауышына күмелгән  велосопедсылар парады үҙе бер тамашаға әүерелде. Артабан иһә Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто ойошторған төрлө ҡыҙыҡлы уйындар китте. Кескәйҙәр ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, эстафеталар, асфальтҡа төрлө һүрәттәр төшөрөп уларҙы яҡлау, бүләктәр ҡырҡып алыу кеүек ярыштарҙа кѳс һынашты.Уйындар шул тиклем ҡыҙыу барҙы, хатта уйнарға теләүселәрҙән оҙон бер сират хасил булды. Туйғансы уйнап арыған балаларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Просмотров: 1646 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]