15:16
“Халыҡ тарихы –ҡумыҙ моңонда” зона-ара 1-се Шүлгән ҡумыҙсылар һәм өзләүселар бәйгеһе

Башҡорттар үҙҙәренең оҙон һәм ауыр тарих юлдарын йыр менән, ҡурай, ҡумыҙ менән бергә үткәндәр. Ҡумыҙ - башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырылып, яҡшы һаҡланып ҡалған һәм бөгөн дә үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған милли уйын ҡоралы.Шуға ла , республикабыҙҙа ҡумыҙҙа уйнаусылар сәңғәтен үҫтереүгә, уны бар донъяға данлауға ҙур иғтибар бүленә. Милли кейемдәге башҡорт һылыуының йәки егетенең ошо тылсымлы инструментты ҡулына алып күңелде иретерлек матур көйҙәр сығарыуы йәнгә рәхәтлек, күңел тыныслығы бирә.
  
Беҙ ҙә, « Балалар ижады үҙәге» ,мөжизәле Бөрйән ерендә ошо бәләкәс, ыҡсым ғына, әммә ғәжәп бай яңғырашлы милли уйын ҡоралында ҡумыҙҙа уйнаусыларҙын данын арттырыуҙы, үҫтереүҙе маҡсат  итеп ҡуйып, 4 май көнө  “Халыҡ тарихы –ҡумыҙ моңонда”  тип исемләнгән зона-ара 1се Шүлгән ҡумыҙсылар һәм өзләүселар бәйгеһе ойошторҙоҡ.

   Ҡумыҙ моңон һөйөүселәр өсөн үткәрелгән был бәйгегә республикабыҙҙың күренекле шәхесе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ,Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреатывиртуаль ҡумыҙсы  Зәйнетдинов Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы менән  Бөрйән районыны Яңы Монасип ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Магнитагорск ҡалаһында йәшәүсе оҫта ҡумыҙсы ғына түгел, ә беҙ уйнаған ҡумыҙҙарҙы үҙ ҡулдары менән эшләүсе  Вәлеев Рәмил Зиннур улы саҡырылғайны.

   Бик көсөргәнешле бәйгелә  Бөрйән, Әбәйәлил, Белорет, Баймаҡ  райондарынан бөтәһе 230 кеше көс һынашты, үҙ оҫталыҡтары менән бүлеште.Һайлап алыу туры тамамланып, жюри ағзалары еңеүселәрҙе билдәләп бер фекргә килгәнсе , килгән ҡунаҡтарға бай йөкмәткеле концерт күрһәтелде. Башҡа райондан килгән тамашасыларыбыҙ ҙа ҡарап ҡына ултырып ҡалмай, сәхнә түренә сығып баҫып беҙгә йыр-бейеү бүләк иттеп концертыбыҙҙы тағы ла йәмләндерҙеләр.

   Ниһәйәт,бәйгенең еңеүселәрен билдәләр мәл дә етте.Еңеүселәрҙе ҡотлау өсөн жюри ағзалары  сәхнә түренә саҡырылғас бәйгеселаребеҙҙең тулҡынланыуы бермә-бер артты.

   Сәхнәгә 18 йәшкә тиклем һәм 18  йәштән өлкән ансамблдәр саҡырылып , Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципаль район  Хәкимиәтенең Мәғариф бүлеге исеменән дипломдар һәм торттар менән бүләкләнделәр.Ә инде 1-се урын алған ансамблдәр  бәйгенең махсус торттарына лайыҡ булдылар.

   Артабан, яңғыҙ уйнаусылар сәхнә түрен яуланы. Яңғыҙ уйнаусыларға  дипломдар менән бергә иҫтәлекле бүләктәр генә тапшырылып ҡалманы ,ә Рәмил Зиннур улы үҙенең  махсус бүләге ҡумыҙҙарын бүләк иткәндән һуң еңеүселәребеҙҙең шатлығы сикһеҙ ине.   

   Бәйгебеҙҙең еңеүселәрен билдәләп бөткәс, ҡумыҙ моңон, башҡорт милли уйын ҡоралын киләсәк быуынға тапшырыуҙа ҙур өлөш индереүсе, нисәмә йылдар буйына ҡумыҙ моңонан  айырылмаған иң оло һәм  ҙур ҡыҙыҡһыныу менән яңы ғына сәхнәгә сығып, ошо бәләкәс кенә музыка ҡоралын тотоп берсә ғәжәпләнеп, берсә һоҡланып ҡумыҙ моңо сығарып торған иң кесе ҡумыҙсыларыбыҙҙы билдәләү мәле, барлыҡ бәйгеселәребеҙ өсөн оло ҡыуаныс булды. Шулай итеп, иң оло ҡумыҙсы  исемен Әбйәлил районы Ташбулат ауылынан 71 йәшлек ағинәйебеҙ яулаһа, иң кесе  ҡумыҙсыларыбыҙ исеменә Бөрйән районы «Балалар ижады үҙәге»нең иң кесе тәрбиәләнеүселәре, 4 кенә йәшлек Манапова Гөлназ менән Буранбаева Әдилә лайыҡ булды.Уларға шулай уҡ иҫтәлекле бүләктәр менән Рәмил Зиннур улынан  ҡумыҙ тапшырылды.

   Шулай итеп, көн дауамында барған мәртәбәле бәйгелә һәр ҡатнашыусы дипломдар,иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуаһа, беҙ « Балалар ижады үҙәге», районыбыҙҙа үткәргән был бәйге,беҙҙең башланғысыбыҙ  ғына булыр тигән өмөттә үҙебеҙгә дәрт, ышаныс алып таралыштыҡ.

Фотоларҙы беҙҙең төркөмдә ҡарарға мөмкин: https://vk.com/club71860880?w=wall-71860880_429%2Fall

Манапова Венера Наил ҡыҙы

“Балалар ижады үҙәге” педагогы

Просмотров: 1058 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]