09:18
Кванториум Мобил технопарк

16 октябрь көнө Әбделмәмбәт урта мәктәбендә Кванториум Мобил технопарк ишектәрен асты.Кванториум - һәр баланың һәләттәрен асыусы инновацион белем алыу өсөн шарттар булдырыу. Был уҡыусыларҙың белем сифатын күтәреү, төрлө олимпиадаларҙа, ижади, техник конкурстарҙа ҡатнашыу һәм артабанғы үҙбилдәләнеш, йәғни бында бала, төрлө йүнәлештәрҙе өйрәнеп, киләсәктә кем булырға теләүен аңлай ала. Кванториум мобиль технопаркы бәләкәй ҡалалар һәм ауылдарҙағы балаларҙы техник һәм тәбиғи-фәнни йүнәлештәге икеләтә программалар буйынса уҡытыу өсөн юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған: Геомәғлүмәт технологиялары һәм аэротехнологиялар (ГЕО/АЭРО)ғилми-тикшеренеү институты;
Сәнәғәт дизайны һәм сәнәғәт робототехникаһы (ПромРобо/ПромДизайн);
Виртуаль һәм тулыландырылған ысынбарлыҡ/Мәғлүмәт технологиялары (VR/AR/IT);
Брендлы мобиль комплекс эсендә лазер станоктары, 3D-принтерҙар, 3D-ручкалар, квадрокоптерҙар, график планшеттар, бөтә квантумдар өсөн ҡорамалдар һәм хатта остаздар менән водитель урынлаштырыла!

Сараны асыуҙа  район мәғариф бүлеге начальнигы Сәйфитдинов Илшат Ғаяз улы ла ҡатнашты. Ул уҡыусыларға ошондай мөмкинселектәр, шарттар булғанда белемдәрен камиллаштырырға, тырышып уҡыуҙарын теләне.
Уҡытыусылар уҡыусыларға һәр йүнәлештә нимә менән шөғөлләнеүҙәре хаҡында һөйләне һәм уҡытыусыларҙы бөгөндән уҡыусылар шөғөлләнә башлаған ҡорамалдар менән таныштырҙы.
Беҙ остаздарыбыҙға балаларҙы уҡытыуҙа уңыштар теләйбеҙ! Үҫеп килгән быуындың быны лайыҡлы баһалай алыуына ышанабыҙ!

  

Просмотров: 108 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]