08:38
Һәләтле балалар – беҙҙең киләсәк

            Бөгөн, 19 май көнө, районыбыҙҙа матур йолаға әйләнгән муниципаль “Һәләтле балалар” форумы үтте. Быйыл был сарала 100-ҙән ашыу олимпиада, конкурстар, ярыштар, бәйгеләр призерҙары һәм уларҙың остаздары ҡатнашты.
            Беҙҙең районда уҡыусыларҙың һәләтен билдәләү һәм уларҙың талантын асырға ярҙам итеү, тәжрибә уртаҡлашыу, социаль әүҙемлеген үҫтереү маҡсатында «Һәләтле балалар менән эште ойоштороу» маҡсатлы программаһы тормошҡа ашырыуын дауам итә һәм был эш эҙмә-эҙлекле алып барыла.
            Форумда Бөрйән районы хаҡимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар политикаһы урынбаҫары В.Ф. Вәлиева уҡыу, фән, спорт, сәнғәт, әҙәбиәт өлкәләрендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусыларға район хакимиәте башлығының стипендияһын тапшырҙы, ә мәғариф бүлеге етәксеһе И.Ғ. Сәйфитдинов республика кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа призер исемен яулаған уҡыусыларға һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға мәғариф бүлегенең рәхмәт хаты һәм маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне.
Форум аҙағында һәр мәктәп уҡыусылары сәхнәлә үҙҙәренең сығышын күрһәтте. Сара бик матур һәм фәһемле үтте.

   

https://vk.com/mkuroo?w=wall-86756460_2253

Просмотров: 167 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]