06:47
Мәғариф – ул беҙ!

31 март көнө Учалы ҡалаһының С.Ш. Йыһаншин исемендәге 1-се Башҡорт лицейында "Мәғариф-ул беҙ" асыҡ сара сиктәрендә ойошторолған көньяҡ-көнсығыш милли инновацион мәктәптәре өсөн белем биреү сессияһы уҙҙы.

Мәктәп етәкселәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, башҡорт төркөмдәре тәрбиәселәре өсөн “Башланғыс һәм дөйөм белем биреү өлкәһенә яңыртылған Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын индереү”, “Яңыртылған Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы уҡыу программалары, эш пландары”, “Яңы уҡытыу-методик саралар менән тәьмин итеү”, “Уҡытыусының квалификацияһын үҫтереүҙә профессиональ конкурстар”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада хәрәкәте”, “Туған телдән дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы”, “Урал батыр” конкурсы хаҡында эшлекле әңгәмә, практикум ойошторолдо, кәңәштәр тыңланды. Педагогик оҫтаханала тренингтар, мастер-кластар үткәрелде.

Сараның йомғаҡлау өлөшөндә Учалы, Бөрйән, Белорет, Әбйәлил, Межгорье ҡалаһы уҡытыусылары “СТиЭМ” ярышында үҙ көстәрен һананы.

Бөрйән районының уҡытыусылар командаһы “СТиЭМ” ярышында өсөнсө урын яуланы. Сарала ҡатнашҡан уҡытыусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар, еңеүҙәр һеҙгә юлдаш булһын!

Просмотров: 180 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]