15:29
Милли кейем көнө

Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан  Бөрйән районының 17 мәктәбендә 96 тематик онлайн-дәрес үткәрелде. Был дәрестәрҙә бөтәһе 1266 уҡыусы ҙур теләк менән ҡатнашты. Тәү сиратта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары уҡыусылар менән онлайн дәрестәр ваҡытында милли кейем, уның атрибуттарын ҡулланып, Интернет селтәре аша аралашты. Бынан тыш коллективта эшләгән һәр уҡытыусы был эстафетаны күтәреп алып, айырыусы илһам-дәрт, күңел күтәренкелеге менән рухлы дәрестәр бирҙе.  

            

            

 

Просмотров: 73 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]