09:36  Милли кейем көнө | |
 
 8 сентябрь – Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейеме көнө. Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнөн йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләйҙәр. Байрамға 2020 йылда нигеҙ һалынды. Милли кейем – милләт ҡото. Милли кейем — халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫелдән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы тип һаналған. Милли кейемдәр әле лә үҙҙәренең матурлығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып торалар. 8 сентябрь көнө – уҡыусылар дәрестәргә милли кейем менән килделәр. Дәрестәр милли кейемдәрҙә илһам, күңел күтәренкелеге менән гөрләп үтте. 
 
 
 #учусьвнациональномкостюме #милликейемдәуҡыйбыҙ #МиллиКейемКөнө2023 #ДеньНациональногоКостюма2023 
  | |
| 
 | |
| Всего комментариев: 0 | |







 





