08:04
"Мостай уҡыуҙары" республика фәнни-ғәмәли конференцияһы

18 октябрҙә Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында "Мостай уҡыуҙары" тип аталған республика фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы.
Ул башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына арналды. Сарала республиканың төрлө төбәктәренән 300-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Еңеүселәрҙе ҡотлау өсөн мәғариф минстры Шәфиҡова Гөлназ Радмил ҡыҙы, Өфө ҡалаһы округы администрацияһы башлығы урынбаҫары Баязитов Сынтимер Биктимер улы, ғалимдар, яҙыусылар, журналистар килде. Лайыҡлыларға рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ ҙа һынатманылар: Иҫке Монасип урта мәктәбе Нәби филиалының 7-се класс уҡыусыһы 2-се урын, Байназар урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһының махсус бүләгенә эйә булдылар.
Конкурс башҡорт халҡының аҫыл улы Мостай Кәрим онотолмаясағын тағы ла бер иҫбатланы. Уның рухы йөрәктәрҙә мәңге йәшәй, халҡыбыҙҙы яңы үрҙәргә, ижади еңеүҙәргә әйҙәп тороусы ул.                         

Просмотров: 945 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]